11:45 (UTC+5), 13 Марта 2019

Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2020 йыл Рәсәйҙә Халыҡ ижады йылы тип иғлан ителде. Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко «Рәсәй субъекты сәғәте» ултырышында ошо турала белдерҙе.
«Беҙ Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 2020 йылды Халыҡ ижады йылы тип иғлан итеү тураһында тәҡдимен хупланыҡ. Был Бөтә донъя фольклориадаһы кеүек халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара менән тап килә. Фольклориада 2020 йылда Башҡортостанда ойошторола», — тип билдәләне Валентина Матвиенко.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың йәйендә Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уны уҙғарыу тарихында иң күләмлеһе булырға тейеш.
Фольклориада 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙа. Унда Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондары ҡатнаша. Биш ҡитғанан вәкилдәр һәм 100-гә яҡын коллектив көтөлә. Бөгөнгә 73 илдән ғаризалар алынған. Уларҙың 53-ө республикаға килергә тейешле ижади коллективтарҙы билдәләгән дә инде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика