09:01 (UTC+5), 07 Марта 2019

Барлыҡ ҙур социаль селтәрҙәр Радий Хәбировтың аккаунттарын рәсми раҫланы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Радий Хәбиров Рәсәйҙә бөтә социаль селтәрҙәре рәсми раҫланған берҙән-бер губернатор булды.
Барлыҡ ҙур социаль селтәрҙәр: «Фейсбук», «Бәйләнештә», «Инстаграм», «Класташтар» Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың аккаунттарын рәсми раҫланы. Уның исеме янында сәйәсмәндең ысын сәхифәһе икәнен раҫлаған махсус билдә ҡуйылды.
Социаль селтәр ҡағиҙәләре буйынса, верификациянан һуң Радий Хәбировтың сәхифәһе эҙләгән саҡта беренсе урынға сыға. Сит «ялған» аккаунттар төбәк башлығына яҙған республика халҡының иғтибарынан ситтә ҡала.
Әле Радий Хәбировтың «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә 122 мең яҙылыусы, «Фейсбук»та — 11 мең яҙылыусы һәм 5 мең дуҫ, «Класташтар»ҙа — 15 мең самаһы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика