11:25 (UTC+5), 05 Марта 2019

Шамил Абдраҡов Өфөнөң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Шамил Абдраҡов Өфөнөң мәҙәниәт идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә.
Әлегә тиклем Шамил Абдраҡов Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын биләне.
Шамил Абдраҡов 1980 йылда Мәләүездә тыуған. Салауат музыка училищеһын, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған.
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында «юриспруденция» һөнәренә уҡыған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда Мәләүез районы һәм Мәләүез хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе булып башлаған. Ошондай уҡ йәштәр эштәре буйынса комитетты етәкләгән, мәҙәниәт бүлеге етәксеһен вазифаһын биләгән. 2012 йылда Салауат музыка колледжы директоры итеп тәғәйенләнгән.
2013 йылдан — Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика