10:28 (UTC+5), 05 Марта 2019

Апрелдә Өфөлә Башҡортостан муниципаль берәмектәренең VIII съезы уҙа

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы тәҡдиме менән 2019 йылдың 18 апрелендә Өфө ҡалаһында Урындағы үҙидара көнөнә ҡарата саралар, шул иҫәптән Башҡортостан муниципаль берәмектәренең VIII съезын уҙғарырға хәл ителде. Урындағы үҙидара көнө һәм Муниципаль берәмектәр съезы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. Тейешле бойороҡҡа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Документ менән съезды һәм сараларҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты составы раҫланған. Уны республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин етәкләй.
Ойоштороу комитетына — Муниципаль берәмектәр съезын үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау, ә республика хөкүмәтенә уны уҙғарыу буйынса сығымдарҙы финанслау бурысы йөкмәтелгән.
Республиканың урындағы үҙидара органдарына муниципаль берәмектәрҙә Урындағы үҙидара көнөнә арналған саралар ойошторорға тәҡдим ителгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика