09:18 (UTC+5), 28 Февраля 2019

Республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп йәнә Рим Ҡәйүмов тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бөгөн пленар ултырышта Рим Ҡәйүмовтың кандидатураһын республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына раҫланы. Парламентҡа уның кандидатураһын яңы срокка тәғәйенләү өсөн республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдим итте һәм федераль үҙәктә килешелде, тип билдәләне Константин Толкачев. «Ул — республикала йәшәүселәрҙең һәм бөтә кимәлдәге власть органдары вәкилдәренең ышанысын яулаған, абруй менән файҙаланған тәжрибәле хоҡуҡ һаҡлаусы», — тине республика парламенты спикеры.
Белешмә. Ҡәйүмов Рим Фидай улы 1963 йылдың 1 июнендә Башҡортостандың Өфө районы Дмитриевка ауылында тыуған. Юғары белемле — Өфө авиация институтын (1987), Башҡорт дәүләт университетын (1996) тамамлаған.
2009 йылдың 25 февралендә Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил итеп тәғәйенләнгән.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика