12:34 (UTC+5), 28 Февраля 2019

Радий Хәбиров: «Берҙәм Рәсәй» халыҡты борсоған мәсьәләләр янында булырға тейеш

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаларын халыҡтың проблемалары янында булырға саҡырҙы. Бөгөн урындағы советтарҙа партия фракциялары етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышында ул ошо хаҡта белдерҙе. Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәр үҙҙәрен башҡортостандар тип аталған ҙур берләшмәнең бер өлөшө итеп тойорға тейеш.
«Бөгөн йәмғиәттә дуҫтарса, изгелекле мөнәсәбәткә һорау ҙур. Әгәр беҙ сәйәси лидерҙар булырға теләһәк, халыҡтың янында булырға, уларға ярҙам күрһәтергә, үҙ позициябыҙҙы әйтергә оялмаҫҡа тейешбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе фекеренсә, Сибайҙа тап шул етмәй ине, халыҡ экологик проблема менән япа-яңғыҙы тиерлек ҡалды һәм партияның урынын башҡа йәмәғәт көстәре биләне. Уларҙың ҡайһы берҙәре килеп тыуған хәлде үҙ мәнфәғәтендә файҙаланды, шуның менән үҙҙәренә сәйәси мәрәй тупланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика