08:04 (UTC+5), 21 Февраля 2019

Владимир Путин «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫешенең өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Дәреслектәрҙең федераль исемлегенә иң яҡшы баҫмаларҙы индерергә кәрәк.
«2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлағанда был ҙур алға китеш булып тойолдо, — тип билдәләне Владимир Путин. — Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлекле — секундына 100 мегабит булырға тейеш».
Башҡортостанда быйылдан башлап ауыл уҡытыусыларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум бүленә. Йыл йомғаҡтары буйынса улар араһынан иң яҡшы 100 уҡытыусыға грант рәүешендә 600-әр мең һум аҡса тапшырыу күҙаллана. «Әлеге сара бушлай ер участкаһы бүлеү менән бергә — был сараны ла әҙерләрбеҙ — республиканың ауыл мәктәптәрендә уҡытыусылар мәсьәләһен хәл итергә тейеш», — тип билдәләне Радий Хәбиров 1 февралдә Өфөлә уҙған мәғариф форумында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика