84.64
0
«Әле социаль селтәрҙәрҙә алкоголде ваҡытлыса һатыуҙы артабан сикләү буйынса күп яҙалар. Киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға ҡәҙәр сикләү индерергә тигән тәҡдим бар, — тип белдерҙе республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуға арналған түңәрәк өҫтәл ултырышында. — Был - эшҡыуарҙар берләшмәһе һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар ҡатнашлығындағы фекер алышыу өсөн тағы бер ҙур мәсьәлә».