11:21 (UTC+5), 14 Февраля 2019

Радий Хәбиров — губернаторҙарҙың ғинуар рейтингында 5-се урында

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, «Медиалогия» мәғлүмәттәре буйынса, губернаторҙарҙың ғинуар рейтингында Мәскәү мэры Сергей Собяниндан, Санкт-Петербург губернаторы Александр Бегловтан, Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровскийҙан, Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьевтан һуң бишенсе баҫҡысты биләне.
Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре рейтингында Радий Хәбиров беренсе урында. Икенселә — Түбәнге Новгород губернаторы Глеб Никитин, өсөнсөлә — Татарстан башлығы Рөстәм Миңлеханов.
Бынан тыш, Башҡортостан етәксеһе Рәсәйҙең социаль селтәрҙә иң әүҙем 10 губернаторы иҫәбенә инде. Ил субъекттарының популяр Instagram, Facebook, «Бәйләнештә», Twitter һәм «Одноклассники» социаль селтәрендәге аккаунттарын «Чёрный куб» социаль инновациялар үҙәге тикшерҙе.
Рәсәй социаль селтәрҙәрендә иң популяр төбәк етәксеһе — Мәскәү мэры Сергей Собянин, шулай уҡ республика башлыҡтары: Рамзан Ҡадиров (Чечен Республикаһы), Рөстәм Миңлеханов (Татарстан). Рейтингтың дүртенсе баҫҡысын Радий Хәбиров биләне.
Тикшереү йомғаҡтарына ярашлы, 69 етәксенең социаль селтәрҙәрҙә бер генә сәхифәһе бар, 16 губернаторҙың — Санкт-Петербург, Мари Иле һәм Мордовия республикалары, Камчатка, Байкал аръяғы һәм Красноярск крайҙары, Волгоград, Тула, Тверь, Кострома, Воронеж, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Омск, Сахалин һәм Йәһүд автономиялы өлкәләре башлыҡтарының аккаунттары юҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика