09:58 (UTC+5), 13 Февраля 2019

Радий Хәбиров Дәүләт советы президиумы ултырышында ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Ҡазанда Дәүләт советы президиумының Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин үткәргән киңәйтелгән ултырышында ҡатнашты. Ултырыш Иннополиста уҙҙы.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар төбәк башҡарма власть органдарының халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу һәм уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эшен тикшерҙе.
«Әле тармаҡ етди үҙгәрештәр кисерә, тәрән реформалау этабын үтә. 1 июлдән торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙың яңы схемаһы эшләй башлай. Ул граждандар өсөн хәүефһеҙ һәм мәшәҡәтһеҙ булырға, кешеләрҙе торлаҡ һатып алғанда артыҡ хәүефтәрҙән яҡларға тейеш, шулай уҡ баҙарҙа ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тотороҡло, профессиональ, цивилизациялы төҙөргә мөмкинлек бирәсәк, — тине Владимир Путин. — Торлаҡ төҙөлөшөнөң норматив базаһы үҙгәрә. Регуляторика, ҡала төҙөлөшө нормалары һәм ҡағиҙәләре төҙөүселәр өсөн уңайлы һәм асыҡ булыуҙан тыш, һөҙөмтәле эшләргә, тәү сиратта халыҡтың уңайлы йәшәү, ҡала мөхите сифаты талаптарына тап килергә тейеш. Шул иҫәптән беҙ Ҡала биләмәләрен үҫтереү стандартын индерәбеҙ. Әлбиттә, беҙгә төҙөлөш секторында юғарыраҡ динамика, торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күләменең артыуы кәрәк».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика