09:42 (UTC+5), 07 Февраля 2019

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың юбилейында: Мин унан халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәргә өйрәндем

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн, 7 февралдә, Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы статусында республиканың беренсе Президентын 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.
«Мин уны үҙемдең уҡытыусым тип иҫәпләүем хаҡында бик күп тапҡыр әйткәнем булды. Иң мөһиме, унан ысын күңелдән халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәргә өйрәндем. Тап ошо сифат Башҡортостандың беренсе Президентына республиканы һынылышлы 90-сы йылдарҙан ауыр кисерештәрһеҙ алып сығырға мөмкинлек бирҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улын ихлас йөрәктән юбилейы менән ҡотлайым һәм ныҡлыҡ һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем!», — тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе.
Матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовҡа әүҙем хәйриә, өйрәтеү эшмәкәрлеге, республика үҫешенә битараф ҡалмағаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың Мортаза Рәхимовтың тыуған көнөн киң билдәләргә тәҡдим итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ләкин юбиляр баш тартты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был - республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының һәм Башҡортостандың элекке етәксеһенең өсөнсө осрашыуы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика