13:19 (UTC+5), 07 Февраля 2019

Ишембай районын Азамат Абдрахманов етәкләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы секретариаты етәксеһенең хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Абдрахманов Ишембай районы хакимиәтен етәкләй. Әлеге башлыҡ Марс Ғайсин отпускыла, уның вазифаһын ваҡытлыса ошо көндәрҙә Ишембай районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән Азамат Абдрахманов башҡара. 15 февралдә район советы ултырышы көтөлә, унда депутаттар Ғайсиндың отставкаһын ҡабул итергә һәм муниципалитет башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы Азамат Абдрахмановҡа йөкмәтергә тейеш.
Азамат Фәрит улы Абдрахманов 1979 йылдың 26 июнендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Юғары белемле — 2002 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда республиканың Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры булып башлай. 2004-2006 йылдарҙа — Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында әйҙәүсе белгес, Башҡорт дәүләт университетының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы кафедраһы ассистенты. 2006-2011 йылдарҙа Башҡортостан президенты хакимиәтенең дәүләт граждандар хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығында төрлө вазифалар биләй.
2011 йылдан — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы секретариаты етәксеһенең хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика