15:28 (UTC+5), 05 Февраля 2019

Радий Хәбиров быйыл ғинуарҙа ил төбәктәре башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров 2019 йылдың ғинуарында Рәсәй субъекттары башлыҡтарының йоғонто яһау рейтингында күтәрелде. «Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы» белгестәре тикшереүенә ярашлы, республика лидеры һуңғы айҙа рейтингта 16-сы урынды биләне (былтыр декабрҙә — 21-се урын). Әле Радий Хәбиров «бик көслө йоғонтоло» губернаторҙар иҫәбендә.
«Радий Хәбировтың позицияһы 2019 йылда республикаға «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 4,9 миллиард һум самаһы аҡса бүленеүе тураһында хәбәрҙәр нигеҙендә нығына, — ти агентлыҡ эксперттары. — Бынан тыш, Хәбировтың республика башлығы вазифаһына «Берҙәм Рәсәй»ҙән һайланырға теләүе тураһында ҡарары уның төбәктә позицияларҙың тотороҡло булыуына ышаныуы тип ҡабул ителергә мөмкин».
Рейтингтың тәүге баҫҡыстарын Мәскәү мэры Сергей Собянин (1-се урын), Чечен Республикаһы башлығы Рамзан Ҡадиров (2-се урын) биләй. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов Санкт-Петербург губернаторы вазифаһын башҡарыусы Александр Бегловты өсөнсө урындан күсерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика