11:47 (UTC+5), 04 Февраль 2019

Республиканан алты идарасы «Рәсәй лидерҙары» конкурсы финалына сыҡты

Рәсәй лидерҙары
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 3 февралдә конкурс комиссияһы «Рәсәй лидерҙары» Бөтә Рәсәй идарасылар конкурсы финалсыларын һайлап алыуҙы тамамланы. Йомғаҡлау һынауҙарына Башҡортостандан алты вәкил: Тимур Әхмәҙинуров («Башнефть-Розница» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Азат Ахунов («Стафф» кадрҙар агентлығы), Илгиз Байморатов («Финэкспертиза-Сеть» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Дмитрий Денисенко («Акустические материалы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Сергей Решетников («АНК Башнефть» йәмғиәте), Олег Сурначев («Ак Барс» Банк) саҡырылды.
«Волга буйында федераль округтың 12 төбәгенән 34 конкурсант финалға саҡырыу алды. Улар иҫәбендә Түбәнге Новгород өлкәһенән — 7, Башҡортостандан — 6, Һамар өлкәһенән — 6, Татарстандан — 4, Һарытау өлкәһенән — 3, Пермь крайынан 2 ҡатнашыусы. Мари Иле, Мордовия, Сыуаш республикаларынан, Ырымбур, Пенза, Ульяновск өлкәләренән иһә берәр», — тине конкурс етәксеһе, «Рәсәй — мөмкинлектәр иле» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров.
Ярымфиналда уңышлы сығыш яһауҙан тыш, финалға сығыу өсөн ҡатнашыусыларға «Лидер йөрәге» эше сиктәрендә социаль проектты тормошҡа ашырыу талап ителә. «Рәсәй лидерҙары» финалы 13-17 мартта Сочиҙа уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика