11:11 (UTC+5), 01 Февраля 2019

Республика һайлаусылары Дәүләт Йыйылышы депутаттарына электрон почта аша туранан-тура мөрәжәғәт итә ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан һайлаусылары республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарына электрон почта аша туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген алды. Хәҙер быны республика парламентының рәсми сайтындағы «Мөрәжәғәттәрҙе һәм наказдарҙы электрон ҡабул итеү бүлмәһе» бүлегендә эшләргә мөмкин.
«Граждандар депутаттарға мөрәжәғәттәрен һәм наказдарын ошо ресурс аша ебәрә ала. Парламентарийҙар үҙҙәренең һайлау округтарында биләмәләрҙе үҫтереү буйынса аныҡ тәҡдимдәр алыр тип ышанам, — тине республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Уларҙы, мәҫәлән, «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырырға мөмкин. Уның төп идеяһы шундай: граждандар, депутаттар һәм урындағы үҙидара органдары халыҡтың башланғыстарын һайлап алыу һәм өҫтәмә ресурстар йәлеп итеү юлы менән биләмәләрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен бергәләп хәл итергә тейеш».
Парламент рәйесе Дәүләт Йыйылышының рәсми сайтында депутаттарҙың шәхси сәхифәләре булдырылыуы, унда һәр парламентарийҙың биографияһы, ниндәй фракцияла, комитететта һәм комиссияла тороуы, социаль селтәрҙәге аккаунттары тураһында мәғлүмәт баҫылыуын билдәләне.
«Әгәр элек сайт депутаттарға үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында ғына хәбәр итергә мөмкинлек бирһә, электрон ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башлағас, һайлаусыларҙың һәм парламентарийҙарҙың уңайлы электрон формала аралашыу ҡоралы барлыҡҡа килде», — тип билдәләне республика парламенты спикеры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика