04:29 (UTC+5), 30 Января 2019

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың 85 йәшлек юбилейын үткәрергә тәҡдим итте, юбиляр баш тартты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Был аҙнала республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты. Был хаҡта «Башинформ»ға Хәбиров янындағы сығанаҡ хәбәр итте һәм бер үк ваҡытта Рәхимов даирәһендәге икенсе сығанаҡ раҫланы.
Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың яҡынлашып килгән 85 йәшлек юбилейын республика кимәлендә киң билдәләргә, ошо уңайҙан «Торатау» конгресс-холында башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының сығыштары менән ҙур юбилей концертын, «Башҡортостандың беренсе Президенты» фотокүргәҙмәһен ойошторорға тәҡдим итте.
Ләкин юбиляр ошондай хәстәрлек һәм иғтибар өсөн рәхмәт әйтеп, тантананан баш тартты. Башҡортостандың беренсе Президенты фекеренсә, хәҙер байрам ойоштороу өсөн уңай ваҡыт түгел, республикала тиҙ арала йыйылған проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Өҫтәүенә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Радий Хәбировҡа Сибай карьерында янғын эҙемтәләрен бөтөрөү эшендә уңыштар теләне, ҡалала йәшәүселәр ҙә республика етәксеһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтер, һәм артабан бергәләп — власть һәм йәмғиәт — Урал аръяғында тәртип урынлаштырыр, экология, шулай уҡ бик күп элекке социаль проблемаларҙы хәл итер тигән ышаныс белдерҙе. Мортаза Рәхимов Хәбировтың ҡотлау открыткаһына һәм республика киң мәғлүмәт сараларында йылы ҡотлау һүҙҙәренә ихлас шат буласағын әйтеп үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров республика етәксеһе вазифаһында Мортаза Рәхимов менән тәүгә осрашмай. Уҙған йылдың 13 октябрендә Хәбиров менән Рәхимовтың осрашыуында республиканың яңы етәксеһе Рәхимов етәкселек иткән 1990-2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади йәһәттән уңышлы төбәктәренең береһе булыуын билдәләне, шулай уҡ Мортаза Рәхимов халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсатында йәмәғәтселекте берләштереү өсөн үҙенең үҙенсәлекле тәжрибәһен файҙаланыр тигән ышаныс белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика