10:16 (UTC+5), 28 Ғинуар 2019

Радий Хәбиров: Ялған алкоголь һатыу — халҡыбыҙға ҡарата геноцид ул

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров прокурорҙар алдына сертификаты булмаған алкоголь продукцияһын рөхсәтһеҙ һатыуға ҡаршы көрәште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы. Республика прокуратураһының киңәйтелгән коллегияһында төбәк етәксеһе уҙған аҙналағы уҡыуҙа ауыл биләмәләре башлыҡтарының ялған алкоголдең һаулыҡҡа ҙур зыян килтереүе хаҡында әсенеп һөйләүен әйтеп үтте.
«Был афәт халыҡтың эшләү һәләтенә һәм ғүмеренә, ғаилә именлегенә ҙур хәүеф менән янай. Халҡыбыҙға ҡарата геноцидты туҡтатырға кәрәк, быны башҡаса атап булмай. Прокуратура, көс органдарының контрафактҡа юл ҡуймау буйынса ҡаты саралар әҙерләүен, барлыҡ муниципалитеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуҙа тәртип урынлаштырыуын һорайым», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Әбйәлил районын миҫалға килтерҙе. Унда тәүлек әйләнәһенә биш литрлыҡ канистр менән спиртҡа оҡшаған шыйыҡлыҡ һатҡан 248 нөктә асыҡланған. Халыҡ ағыулана, ә өлкәндәр хатта пенсияларын бер ай алдан һалып ҡуя.
Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров Радий Хәбировтың һүҙҙәрен хупланы һәм ошо йүнәлештәге эште көсәйтеү тураһында күп тапҡыр һүҙ алып барылыуын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, урындарҙа прокурорҙарға башҡа хоҡуҡ һаҡлау ведомстволарындағы коллегалары менән яҙышып ҡына түгел, ә күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшергә һәм ошо яуызлыҡҡа ҡаршы бергәләп көрәшергә кәрәк.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика