12:37 (UTC+5), 24 Ғинуар 2019

Радий Хәбиров интернетта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Йортонда мәғлүмәт өлкәһендә граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙҙы. Уны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткәрҙе, элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Александр Жаров, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашты. Айырыуса балаларҙың һәм уҡыусыларҙың хәүефһеҙлегенә иғтибар бүленде. Республика етәксеһе 1-2 февралдә Өфөлә Мәғариф форумы ойошторолоуын хәбәр итте.
«Беҙ белем биреү өлкәһе торошон анализларға, тәү сиратта республикабыҙ мәктәптәрендә, һәм беҙ, хөкүмәт, муниципалитеттар мәғариф заманса булһын, иң мөһиме, балаларыбыҙ уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн нимә эшләй алыуыбыҙҙы аңларға теләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, төп бурыстарҙың береһе — балаларҙы агрессив мәғлүмәт донъяһынан ҡурсалау мәсьәләһе. Уны хәл итеү өсөн тейешле тәрбиәүи һәм консультатив эш кәрәк».
Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Милана Скоробогатова республика балаларын мәғлүмәт хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү тураһында ентекле һөйләне. Ул балалар интернеттан файҙаланғанда ниндәй мәғлүмәти хәүефтәргә юлығыуын һанап үтте. Был, тәү сиратта, суицидаль контент. Хәҙерге балалар 2-6 йәштә интернетҡа күсә, көнөнө уртаса һигеҙ сәғәт шунда ултыра.
«Балаларыбыҙҙы көндән-көн күбәйгән интернет хәүефтәренән тыйыу саралары менән һаҡлау мөмкин түгел, — тине Милана Скоробогатова. — Бәлиғ булмағандарҙың, уларҙың ата-әсәләренең һәм балалар менән эшләгән белгестәрҙең цифрлы белемен күтәреүгә йүнәлтелгән иҫкәртеү саралары системаһын ойошторорға кәрәк. Бәлиғ булмағандар өсөн махсус позитив контент булдырыу зарур».
Башҡортостандың мәғариф министры взифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин бөтә мәктәптәрҙә уҡыу процесына ҡағылышы булмаған негатив мәғлүмәтте үткәрмәү өсөн фильтрҙар ҡуйылғанлығы тураһында һөйләне. Александр Жаров был тәжрибәне «уникаль» тип билдәләне.
2018 йылдың ноябрендә Башҡортостанда Балаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү концепцияһы раҫланды. Бер нисә социаль әһәмиәтле сара үткәрелде лә инде. 280 меңдән ашыу бала интернетта хәүефһеҙлек дәресен тыңланы, 53 меңдән күберәк үҫмер цифрлы белем буйынса махсус квеста ҡатнашты. Мәғарифты үҫтереү институты 2-11 класс уҡыусылары өсөн өҫтәмә дөйөм белем биреү программаһын әҙерләне.
Бынан тыш, республика Мәғариф мнистрлығы тәҡдиме менән 2018-2019 уҡыу йылында республика уҡытыусыларының 20% (ете меңгә яҡыны) интернетта балалар хәүефһеҙлеге программалары буйынса квалификация күтәреү курстарын үтергә тейеш.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика