Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Ғинуар 2019, 11:56
Өфөлә Ҡырым башлығы Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Ҡырым Республикаһы башлығы Сергей Аксенов бөгөн Дуҫлыҡ ордены кавалеры булды. Тейешле указға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Бүләкләү тантанаһы ике республика делегацияларының осрашыуы ваҡытында уҙҙы. Ҡырым делегацияһы Өфөгә кисә кискеһен килде, бөгөн иртән эшлекле даирәләрҙең вәкилдәре үҙа-ара осрашты. Әле Башҡортостандың шифахана-курорт учреждениелары һәм ике төбәктең берлектәге туристик ҡеүәте менән таныштырыу бара.
Ҡырым ҡунаҡтары Өфөнөң бер нисә сәнәғәт һәм социаль объекттарында булырға ниәтләй.
http://www.bashinform.ru/news/1262427-v-ufe-glavu-kryma-nagradili-ordenom-druzhby/
Теги:
төбәк-ара хеҙмәттәшлек
ҡырым
сергей аксенов
Читайте нас: