12:29 (UTC+5), 16 Января 2019

Радий Хәбиров Ростов өлкәһендәге фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Рәсәй Тәфтиш комитеты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ростов өлкәһе губернаторы Василий Голубев исеменә телеграмма ебәрҙе. Унда Радий Хәбиров 14 ғинуарҙа Шахты ҡалаһында булған фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу белдерә.
«Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм үҙемдең исемдән Шахты ҡалаһындағы йортта көнкүреш газы шартлау һөҙөмтәһендә ғүмерҙәре өҙөлгән кешеләрҙең ғаиләләре, яҡындары һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙ Ростов өлкәһендә йәшәүселәр менән бергә ҡайғырабыҙ. Ошо фажиғәлә яҡындарын юғалтҡандарҙың һәммәһенә лә беҙҙең ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткереүегеҙҙе һорайым. Зыян күргәндәрҙең тиҙ арала һауығыуҙарын теләйем», — тиелә телеграммала.
Дүшәмбе Ростов өлкәһе Шахты ҡалаһындағы күп ҡатлы йортта көнкүреш газы шартланы. Һигеҙенсе һәм туғыҙынсы ҡаттар өлөшләтә емерелде: 16 фатир зыян күрҙе. Емереклектәр аҫтында биш кешенең йәнһеҙ кәүҙәһе табылды. Ете кеше ҡотҡарылды.
16 ғинуар Ростов өлкәһендә матәм көнө тип иғлан ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика