07:02 (UTC+5), 09 Января 2019

Федерация Советында Башҡортостандың стратегик үҫешен тикшерәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл 12 һәм 13 мартта Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙа. Рәсәй парламентының юғары палатаһы майҙансығында республика менән таныштырыу сараһы, комитеттарҙың Дәүләт Йыйылышы депутаттары һәм республика хөкүмәте ағзалары менән киңәйтелгән ултырыштары, осрашыуҙар һәм башҡа саралар республикабыҙ ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған.
«Федерация Советы комитеттарының киңәйтелгән ултырыштарында республиканың стратегик үҫешен, Башҡортостан иҡтисадындағы өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, башҡа төбәктәргә таратыу маҡсатлы ярашлы булған иң яҡшы тәжрибәләребеҙҙе тикшереү күҙаллана, — тип хәбәр итте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. — Беҙ Рәсәй субъекттары бюджеттары тигеҙләнеше, төбәк һәм федераль ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләләрен дә күтәрергә уйлайбыҙ».
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе һүҙҙәренсә, Совет Федерацияһында төбәктәр менән ошондай таныштырыу саралары иҡтисад һәм социаль сәйәсәт өлкәһендә күләмле проекттарҙы бойомға ашырырға, субъектҡа федераль аҡса йәлеп итергә һәм инвесторҙар өсөн биләмәләрҙең йәлеп итеүсәнлеген арттырырға ярҙам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика