04:27 (UTC+5), 09 Января 2019

Дәүләт Думаһы Башҡортостан парламенты башлаған мәғариф тураһындағы законға төҙәтмәләрҙе ҡабул итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 9 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән һәм Рәсәй парламентының түбәнге палатаһына тәҡдим иткән «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡабул итте.
«Закон проекты 2017 йылдың декабрендә «Федераль учреждениеларҙың медик-социаль экспертиза һәм ойошмаларҙың мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү шарттары сифатын бойондороҡһоҙ баһалауҙы үткәреүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре буйынса Рәсәй Федерацияһының айырым закон сығарыу акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы 392-се федераль законын ҡабул итеү сәбәпле килеп тыуған хоҡуҡи коллизияны бөтөрөүгә йүнәлтелгән», – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Уның һүҙҙәренсә, һүҙ белем биреү ойошмалары эшмәкәрлеген бойондороҡһоҙ баһалау өлкәһендә дәүләт органдары вәкәләттәре хаҡында бара. Ҡабул ителгән законға ярашлы, мәғариф эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу шарттары сифаты баһаланырға тейеш.
«Ләкин «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль закондың ҡайһы бер статьяларында шарттар төшөнсәһен үҙ эсенә алмаған мәғариф эшмәкәрлеге сифатын бойондороҡһоҙ баһалау тураһында элекке формулировка һаҡланған. Беҙҙең закон сығарыу башланғысы ошо етешһеҙлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән», — тип өҫтәне Константин Толкачев.
Закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡарау барышында уға Рәсәй хөкүмәтенән һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса профилле комитетынан ыңғай баһаламалар килде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика