08:02 (UTC+5), 26 Декабря 2018

Константин Толкачев Башҡортостостан Дәүләт Йыйылышы бинаһына бүләктәр менән инеүҙе тыйҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламент бинаһына бүләктәр менән инеүҙе тыйҙы. Был хаҡта спикер үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Яңы йыл байрамдары алдынан «Рәсәй Федерацияһында дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында»ғы Федераль законға ярашлы дәүләт хеҙмәткәрҙәренә вазифа бурыстарын үтәүгә бәйле бүләктәр ҡабул итергә ярамағанлығы тураһында иҫкә төшөрәм, — тип билдәләне Толкачев. — Миңә Дәүләт Йыйылышы бинаһына пакет, ҡумта, кәрзин тотҡан кешеләрҙе үткәрмәҫкә тигән бойороҡ бирелгән. Аңлап ҡарауығыҙҙы һорайым. Депутаттар һәм секретариат хеҙмәткәрҙәре календарҙар, блокноттар һәм башҡа канцелярия тауарҙары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Бүләктәрҙе балаларға бирегеҙ. Үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла уңайһыҙ хәлгә ҡуймағыҙ».
Бынан алда «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров чиновниктарға яңы йыл бүләктәрен мохтаждарға бирергә саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика