13:02 (UTC+5), 25 Декабря 2018

Радий Хәбиров губернаторҙарҙың милли рейтингында 11-се урынды алды

Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йыл йомғаҡтары буйынса губернаторҙарҙың милли рейтингында 11-се урынды алды. «Рейтинг» мәғлүмәт коммуникациялары үҙәге эксперт берләшмәһе вәкилдәренән һорау алыу уҙғарҙы. Мәскәү мэры Сергей Собянин анкета һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды яуланы. Тәүге өсәү иҫәбендә шулай уҡ Төмән өлкәһе губернаторы Александр Моор һәм Тула өлкәһе башлығы Алексей Дюмин бар.
Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре араһында Радий Хәбиров, эксперттар фекеренсә, Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановтан ҡала икенсе урынды биләй.
«Радий Хәбиров төбәккә оҙаҡҡа килгән харизмалы һәм абруйлы сәйәсмән булып күренә. Ысынлап та, Хәбировтың идара итеү компетенциялары кимәле шик тыуҙырмай. Муниципаль, төбәк, федераль кимәлдәрҙә эшләү тәжрибәһе, шулай уҡ академик нигеҙе булыуы, һис шикһеҙ, уны көсәйтә», — тип билдәләне политолог Дмитрий Михайличенко.
Эксперт һүҙҙәренсә, яңы башлыҡтың тәүге айҙарҙа административ элитаны күләмле (тоталь тип әйтерлек) алмаштырыуы Хәбировтың Хәмитов дәүерендәге идара итеү системаһының төп элементтарына ышанмауы хаҡында һөйләй.
«Ябай граждандар күҙлегенән яңы административ элитаның һөҙөмтәлерәк булырмы, юҡмы икәнен ҡарарбыҙ. Был Рәсәй Федерацияһының ҡатмарлы күп милләтле төбәге етәксеһе булараҡ Радий Хәбировтың һөҙөмтәлелек күҙлегенән дә төп мәсьәлә булып тора. Әлегә уның нимә эшләргә кәрәклеген белеүе күренә», — тине Дмитрий Михайличенко.
Милли рейтингта һуңғы урындарҙы Волгоград һәм Мурманск өлкәләре губернаторҙары Андрей Бочаров һәм Марина Ковтун, Хакасия башлығы Валентин Коновалов биләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика