10:31 (UTC+5), 21 Декабрь 2018

Радий Хәбиров именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәүефһеҙлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы. Ул тантаналы йыйылышта ҡатнашты һәм Рәсәй Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең республика идаралығы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.
«Именлек органдарында теләһә ниндәй минутта иң ҡатмарлы һәм хәүефле бурыстарҙы башҡарырға әҙерҙәр хеҙмәт итә. Һеҙ һәр саҡ, тәүлек әйләнәһенә тиерлек алғы сафта. Зирәк аҡыл, отҡорлоҡ, ҡыйыулыҡ һәм оҫталыҡ талап иткән мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Эшегеҙ һәр ваҡытта ла күренеп бармай, ләкин ул илдең һәм һәр беребеҙҙең именлеге өсөн бик мөһим. Күп осраҡта терроризмға, сәйәси һәм дини экстремизмға юл ҡуймау буйынса күргән сараларығыҙ арҡаһында республикала оператив хәл контролдә тотола. Беҙ мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлөшөндә эшләгән белгестәрегеҙгә ныҡлы иҫәп тотабыҙ, шул иҫәптән дәүләт власы органдарының», — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
«Башҡа көс структуралары менән бергә ышаныслы рәүештә иҡтисади мәнфәғәттәр һағында тораһығыҙ. Үҙемдең Мөрәжәғәтнамәмдә республикаға милли проекттар сиктәрендә ҙур күләмдә аҡса бүлеү буйынса федераль үҙәк менән тығыҙ эш тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә тип билдәләнем. Улар беҙгә яңы производстволар асыу, эш урындары булдырыу, мөһим объекттар төҙөү өсөн кәрәк. Шуға күрә дәүләт аҡсаһын маҡсатлы файҙаланыуҙы ҡаты контролдә тотоу зарур», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика