07:47 (UTC+5), 21 Декабря 2018

Өфө мэры йәш һәләттәр Анжелика Лазарева һәм Марсель Сабиров менән осрашты

Өфө хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өлфәт Мостафин «Ты супер» һәм «Голос» музыкаль телепроекттарында ҡатнашҡан Анжелика Лазарева һәм Марсель Сабиров менән осрашты. Өфө мэры уҡыусыларға яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы һәм Республика шыршыһына саҡырҙы.
Балалар ҡала башлығының эш өҫтәле артында ултырып, конференц-бәйләнеш аша Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин менән аралашты. Ул үҙ сиратында йәш өфөләргә уҡыуҙарында һәм ижадтарында уңыштар теләне. Мэр урынбаҫары Алина Сөләймәнова Анжелика менән Марселгә хакимиәт буйлап экскурсия үткәрҙе һәм балаларҙы муниципалитеттың эше менән таныштырҙы.
39-сы гимназияның етенсе класс уҡыусыһы Марсель Сабиров уҡыуҙы һәм үҙенең музыкаль һәләттәрен үҫтереүҙе уңышлы алып бара: 7-се музыка мәктәбенә һәм опера театры эргәһендәге балалар студияһына йөрөй. «Тамыр» һәм «Сәләм» телетапшырыуҙары алып барыусыһы. Марсель — Беренсе каналда «Голос. Дети» Бөтә Рәсәй телешоуы финалсыһы, «Новая детская волна-2017» конкурсы ярымфиналсыһы, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты һәм дипломанты.
22-се мәктәптең дүртенсе класс уҡыусыһы Анжелика Лазарева Өфөлә Федоровтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Ҡыҙыҡай 1-се музыка мәктәбендә лә белем ала. Анжелика НТВ каналында «Ты супер» халыҡ-ара йыр конкурсында ҡатнашты һәм ярым финалға үтте. «Рәсәй балалар фонды»ның республика бүлексәһе стипендиаты, төрлө кимәлдәге бик күп конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика