05:36 (UTC+5), 20 Декабря 2018

Радий Хәбиров илдең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы башлығы менән осрашты

Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында ведомство етәксеһе Денис Мантуровтың Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуы уҙҙы.
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, осрашыу барышында республиканың сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, индустриаль өлкәлә стратегик проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына Башҡортостанға иғтибары һәм төбәк предприятиеларына булышлығы өсөн рәхмәт әйтте. Шулай уҡ яҡтар «Уфимкабель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дә эшмәкәрлеген билдәләне.
Бынан тыш, Денис Мантуров һәм Радий Хәбиров Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү торошон тикшерҙе. Рәсәй Энергетика министрлығы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән берлектә Рәсәй Федерацияһының «Энергия һөҙөмтәлелеге һәм энергетиканы үҫтереү» дәүләт программаһының «Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү» ярҙамсы программаһы концепцияһының проектын һәм 2019-2024 йылдарҙа газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү саралары планын әҙерләгән.
Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы башлығы артабан да Башҡортостан предприятиеларына дәүләт ярҙамын күрһәтергә әҙерлекте раҫланы.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика