11:06 (UTC+5), 18 Декабря 2018

Мортаза Рәхимов: Мөрәжәғәтнамәлә Радий Хәбиров үҙ күҙҙәре менән күргән мәсьәләләр тураһында һүҙ барҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов, республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә үҙенең эш сәфәрҙәре барышында күҙмә-күҙ осрашҡан ысын проблемалар тураһында һөйләне, тип билдәләне.
«Ике ай эсендә ул байтаҡ ҡала һәм райондарға барҙы, бөгөн республика халҡының нисек йәшәүен күрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда ғәмәлдәге идара итеү системаһы һындырылғайны. Әгәр элек шул уҡ Баймаҡта, Хәйбулла йәки Әбйәлил райондарында кешеләр баҫыуҙа һәм фермала тир түкһә, хәҙер эш эҙләп сит төбәктәргә китергә мәжбүр. Республика етәксеһенең бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым», — тине Мортаза Рәхимов.
Башҡортостандың тәүге президенты әйтеүенсә, Радий Хәбиров уның кәңәштәренә мохтаж түгел.
«Ул ауылда тыуып үҫкән, төрлө вазифаларҙа эшләгән, шул иҫәптән Мәскәүҙә лә, уның тормош тәжрибәһе бай, уға минең кәңәштәрем кәрәкмәй тип иҫәпләйем. Бөгөн Радий Фәрит улы республикала булған бөтә проблемалар тураһында һөйләне, яңы форматта сығыш яһаны. Ул башҡарма власть алдына аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Башҡортостан үҙенең юғалтҡан позицияларын кире ҡайтарырға тейеш. Республикала йәшәүселәрҙең һәммәһенә лә бәхет, именлек, һәйбәт тормош һәм иң мөһиме — һаулыҡ теләйем», — тине Башҡортостандың беренсе президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика