Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Декабрь 2018, 16:29

Радий Хәбиров «Рәсәй терәге» президенты Александр Калинин менән осрашты

Башҡортостан Башлығы сайты
Башҡортостан Башлығы сайты
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 14 декабрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Калинин менән осрашты. Өфөлә ул XIII Ойошма лидерҙары съезында ҡатнаша.
Яҡтар үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләрен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Республика «Рәсәй терәге»нең ошондай ҙур съезын тәүгә ҡабул итә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уның фекеренсә, өс мөһим бизнес ойошмаһы — «Эшлекле Рәсәй», Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән бер рәттән «Рәсәй терәге» бизнес алып барыу өсөн ысынлап та уңайлы шарттар булдырыу өсөн бик күп эштәр башҡара.
«Кәртәләрҙе кәметеү, эшҡыуарлыҡҡа артыҡ баҫымды туҡтатыу менән бәйле күп кенә проекттарығыҙҙы беләм. Тап «Рәсәй терәге» линияһы буйынса бизнесҡа, айырыуса беренсе стадияла — уны асыуҙа булышлыҡ итеүҙең төрлө формалары уйлап табылды, булдырылды һәм иң мөһиме, бойомға ашырылды. Ҡайһы бер иҡтисади енәйәттәрҙе кәметеү буйынса етди, ауыр эш башҡарылды», — тип билдәләне республика етәксеһе һәм Башҡортостан Хөкүмәте «Рәсәй терәге» менән үҙ-ара килешеп эш итер тигән ышаныс белдерҙе.
Александр Калинин, үҙ сиратында, ойошманың Башҡортостандағы бүлексәһе «бик һәйбәт» булыуын билдәләне.
«Беҙҙең бында 600-гә яҡын ағза. Бүлексәне Ләйсән Николаева етәкләй. Был «Рәсәй терәге»нең ғорурлығы тип әйтергә мөмкин. Кисә «Бизнес-Уңыш» премияһы еңеүселәрен бүләкләнек. Республикала йәшәүселәр эшләгән бик ҡыҙыҡлы проекттарҙы таптыҡ. Хәҙер улар киләһе йылдың ғинуарында тотош Рәсәйҙәге эшҡыуарҙар менән ярышыу өсөн Мәскәүгә юллана», — тине «Рәсәй терәге» башлығы.
Читайте нас: