11:57 (UTC+5), 12 Декабрь 2018

Илшат Тажетдинов: «Торатау» геопаркын булдырыу Башҡортостанға шихандарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.«Торатау» геопаркын булдырыу Башҡортостанға шихандарҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә, тип иҫәпләй республика премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов. Уның фекеренсә, был эҙмә-эҙлекле һәм төплө уйланылған ҡарар.
«Янғантау» менән бер рәттән был республикала икенсе геопарк була. Уның маҡсаты асыҡ — ЮНЕСКО ярҙамында шихандарҙы популярлаштырыу, уларҙы донъяла танытыу. Ошондай туристик-рекреацион зона республика өсөн ҡеүәтле үҫеш нөктәһе булырға, туризмды, эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр асырға тейеш. Дөйөм алғанда, ошо тәбиғәт һәйкәлдәрен һөҙөмтәле һаҡларға мөмкинлек бирә. Шуның менән бергә Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары сәнәғәт инфраструктураһын һәм эш урындарын һаҡлап ҡала», — тип билдәләне Илшат Тажетдинов.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Торатау» геопаркын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы, артабан геопарк ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мираҫ объекттары исемлегенә индереү өсөн тәҡдим ителергә тейеш.
Документта билдәләнеүенсә, парк республиканың геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн булдырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1249909-vitse-premer-ilshat-tazhitdin-sozdanie-geoparka-toratau-sberezhet-dlya-bashkirii-shikhany-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика