09:26 (UTC+5), 11 Декабря 2018

Геннадий Разумикин республиканың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ менән Геннадий Разумикин төбәктең Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Икенсе Указ менән Рәсүл Таипов үҙ теләге буйынса Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһынан китте.
Геннадий Разумикин 1976 йылдың 15 авгусында Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.
2004 – 2011 йылдарҙа – «Болғар радиоһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.
2011 йылда – «Волга-Медиа» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының үҫеш буйынса урынбаҫары, генераль директор вазифаһын башҡарыусы.
2011 – 2013 йылдарҙа – «Төньяҡ Кавказ курорттары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте департаментының бүлек етәксеһе, директоры.
2014 – 2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Истра ҡала округы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары, етәксенең беренсе урынбаҫары.
http://www.bashinform.ru/news/1249240-v-bashkirii-i-o-predsedatelya-goskomiteta-po-informatizatsii-naznachen-gennadiy-razumikin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика