11:41 (UTC+5), 07 Декабря 2018

Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең XVIII съезы башланды

«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVIII съезы башланды. «Яңыртыу», «Асыҡлыҡ» һәм «Лидерлыҡ» майҙансыҡтарында ҡатнашыусылар һәм делегаттар «Яңыртыу-2018» төбәктәрҙең съезд алды фекер алышыуҙарына йомғаҡ яһай. Башҡортостан делегацияһын республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләй. Делегация составында 46 кеше.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй»ҙең парламент фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов «Башинформ» агентлығына Башҡортостан делегацияһының форумдан партия проекттарын («Ҡала мөхите», «Хәүефһеҙ юлдар») тормошҡа ашырыу буйынса яңы бурыстар ҡуйыуҙы көтә.
«Шуныһы ҡыуаныслы: съезд эшендә лә, барлыҡ партия проекттарында ла йәштәр әүҙем ҡатнаша һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең киләсәге тикшерелгән майҙансыҡ иң мөһименә әүерелә. Партия йәштәр менән эшләүгә йүнәлтелгән булырға тейеш», — тип билдәләне Рөстәм Ишмөхәмәтов.
Съездың икенсе көнөндә, 8 декабрҙә, 2018 йылда партия программаһы бүлектәрен бойомға ашырыуға арналған дискуссия майҙансыҡтары форматында программа форумы уҙа. «Үҫеш иҡтисады», «Йәшәү сифаты», «Ҡала мөхите һәм таҙа ил», «Ауыл биләмәләрен үҫтереү» майҙансыҡтарын үткәреү ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1248093-v-moskve-nachinaetsya-xviii-sezd-edinoy-rossii/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика