07:20 (UTC+5), 07 Декабря 2018

Иглин районы депутаттары хакимиәт башлығы Ғафуан Шәйхетдиновтың отставкаһын ҡабул итте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 7 декабрҙә Иглин районы Советы ултырышында район хакимиәте башлығы Ғафуан Шәйхетдиновтың үҙ теләге буйынса вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуы тураһында ғаризаһы ҡаралды. Депутаттар ғаризаны ҡәнәғәтләндерҙе. Совет контракт буйынса Иглин районы хакимиәте башлығы вазифаһын биләүгә конкурс иғлан итте.
Хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу хакимиәт башлығы урынбаҫары Николай Самойленкоға йөкмәтелде.
Николай Самойленко 1976 йылдың 1 июлендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын, Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1998 йылда шәхси эшҡыуар булып башлай. 2000 йылдан — «Аленка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры урынбаҫары, директоры. 2014-2018 йылдарҙа — Төбәк хеҙмәттәшлегенә һәм үҫешенә булышлыҡ итеү Башҡортостан төбәк йәмәғәт фонды президенты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе, бишенсе һәм алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.
http://www.bashinform.ru/news/1247980-deputaty-iglinskogo-rayona-prinyali-otstavku-glavy-administratsii-gafuana-shaykhutdinova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика