Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Декабрь 2018, 10:15

Межгорье башлығы Виктор Панченкоға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Одноклассники.ру
Одноклассники.ру
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмек хакимиәте башлығы Виктор Панченко «Вазифа вәкәләттәрен уҫал ниәт менән файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты булды. Был мәғлүмәтте Рәсәй Тәфтиш комитетында раҫланылар. Әлеге мәлдә чиновникка хөкөм сараһын һайлау тураһында мәсьәлә хәл ителә.
«КоммерсантЪ» мәғлүмәттәре буйынса, тәфтишселәр Панченконан муниципаль мөлкәт менән законһыҙ килешеүҙәр мәсьәләһе буйынса һорау алған. Хәҙер ғәйепләнеүсе Белорет Тәфтиш изоляторында ултыра.
Белешмә
50 йәшлек Виктор Панченко Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмек хакимиәте башлығы вазифаһын 2014 йылдың декабренән биләне. Быға тиклем ул мэрияла башлыҡ урынбаҫары, беренсе урынбаҫар һәм вазифа башҡарыусы булып эшләне.
http://www.bashinform.ru/news/1246797-v-otnoshenii-glavy-mezhgorya-viktora-panchenko-vozbudili-ugolovnoe-delo/
Читайте нас: