14:02 (UTC+5), 04 Декабрь 2018

Әсҡәт Хәйруллин Өфө башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнде

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Әсҡәт Хәйруллин Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Был вазифала ул 2017 йылдың декабренән вице-мэр булып эшләгән Артур Хромецты алмаштырҙы. Быйыл ноябрҙә Артур Хромец үҙ теләге буйынса эштән китте.
Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Әсҡәт Хәйруллин 1964 йылда Бәләбәйҙә тыуған. Өфө нефть институтын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Төҙөлөш комплексында ҙур эш тәжрибәһенә эйә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген төҙөлөш участкаһы мастеры һәм төҙөлөш тресында инженер булып башлай, «Башнефтезаводстрой» компанияһының генераль директоры вазифаһына тиклем юл үтә. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе шунда эшләне.
http://www.bashinform.ru/news/1246453-zamestitelem-glavy-po-stroitelstvu-ufy-naznachen-askat-khayrullin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика