05:04 (UTC+5), 29 Ноября 2018

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын Данир Ғәйнуллин етәкләне

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова. Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында йәмәғәт ойошмаһы рәйесе яңынан һайланды. Был вазифала Әмир Ишемғоловты Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин алмаштырҙы. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иҫәп буйынса туғыҙынсы етәксеһе булды.
Әмир Ишемғолов һүҙҙәренсә, йәмәғәт ойошмаһы рәйесе вазифаһын ҡалдырыу тураһында ҡарар 2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреүгә ныҡлап әҙерләнеү кәрәклеге менән бәйле.
Белешмә. Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы 1970 йылдың 11 нобрендә Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуған, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Башҡорт йәштәре союзы лидеры булған. 2003 йылға ҡәҙәр — Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, һуңынан 2010 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһын етәкләй. Артабан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры вазифаһына тәғәйенләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1244460-vsemirnyy-kurultay-bashkir-vozglavil-danir-gaynullin/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика