11:51 (UTC+5), 22 Ноября 2018

Йүнәлтмә буйынса юғары уҡыу йортон тамамлаған белгестәрҙән баш тартҡан эш биреүселәр вуздарға һәм студенттарға компенсация түләй

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында депутаттар һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре маҡсатлы уҡытыуҙың закон сығарыу базаһын тикшерҙе. Мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Раил Әсәҙуллин билдәләүенсә, «мәсьәлә федераль һәм республика кимәлендә лә тейешенсә көйләнмәгән. Вуздар, эш биреүселәр һәм белем алыусылар өсөн маҡсатлы уҡытыу тураһында положение юҡ. Юғары уҡыу йорттары нигеҙ итеп алырлыҡ төп документтың булыуы мөһим. Рәсәйҙең ҡайһы бер субъекттарында ул әҙерләнгән, күршеләрҙең тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк», тип тәҡдим ите комитет рәйесе.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар маҡсатлы белем биреү тураһында договор һәм өс яҡлы килешеү төҙөргә хәл итте. 2019 йылдан договор үтәлмәгән осраҡта яҡтарға матди яуаплылыҡ билдәләнә. Эшкә барыуҙан баш тартҡан йәш белгестәр сығымдарҙы ҡапларға тейеш. Урын биреүҙән баш тартҡан эш биреүсе юғары уҡыу йортона ла, сығарылыш студентына ла компенсация түләргә бурыслы.
Алыҫта урынлашҡан райондар өсөн талап ителгән белгестәр әҙерләү йәһәтенән медицина, аграр, педагогия университеттары — власть иғтибары үҙәгендә.
Мәҫәлән, 2018 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡыған 271 студенттың 72-һе эш урынына барып етмәгән. Архангел, Бөрө, Бөрйән, Дәүләкән, Дүртөйлө, Учалы райондарына йүнәлтмәле белгестәрҙең береһе лә ҡайтмаған.
Вазифаһында эш башлаған тәүге көндәрҙә үк Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров медицина кадрҙарының етмәүенә иғтибар итеп, йүнәлтмәле белгестәр мәсьәләһен күтәрҙе. 15 ноябрҙәге «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә ул республиканың айырыуса ныҡ талап ителгән белгестәр әҙерләүгә 125 миллион һум бүләсәген белдерҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1241967-v-gossobranii-bashkirii-obsudili-zakonodatelnuyu-bazu-tselevogo-obucheniya/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика