06:09 (UTC+5), 21 Ноября 2018

Парижда Шүлгәнташ һүрәттәре һәм «Янғантау» геопаркы менән таныштырыу сараһы уҙҙы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә республикабыҙҙың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек итеүенә 20 йыл тулыуға арналған Башҡортостан менән таныштырыу сараһы үтте. Презентацияны асыуҙа һәм башҡа сараларҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнашты.
Сараның төп маҡсаты халыҡ-ара йәмәғәтселеккә Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә ҡушыу өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһе һүрәттәре һәм ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереү өсөн Рәсәйҙәге тәүге геопарк — «Янган-Тау» тураһында мәғлүмәт биреү ине. Объекттар буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙә рәсми кешеләр, ЮНЕСКО белгестәре һәм эксперттары, Башҡортостан, Рәсәй, Франция ғалимдары, Францияның һәм сит илдәрҙең музей-ҡурсаулыҡтары, ЮНЕСКО халыҡ-ара статусын алған музей комплекстары һәм геопарктар вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан вәкилдәренең ЮНЕСКО-ның яңы етәкселеге менән эшлекле осрашыуы һәм һөйләшеүҙәре, Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә республикабыҙ менән таныштырыу сараһы ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлекте киңәйтер тип күҙаллана.
Белешмә. Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит осоронда йәшәгән кешеләрҙең ҡаяға төшөргән һүрәттәре аша бөтөн донъяла танылыу яуланы. Бында мамонт, ат һәм башҡа хайуандарҙың, антропоморф һындарҙың 200-ләгән рәсеме асыҡланған. 2017 йылдың ноябрендә мәмерйәлә кальцит ҡатламы аҫтында боронғо дөйә һүрәте табылған. Ошо һүрәттәрҙе яҡлау һәм һаҡлау маҡсатында Шүлгәнташ Бөтә донъя ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә инеүгә дәғүә итә.
«Янғантау» геопаркы Салауат районында урынлашҡан. Бында халыҡ-ара һәм милли әһәмиәттәге 20-нән ашыу геологик объект бар. Республиканың геопаркты ЮНЕСКО-ның глобаль селтәренә индереүгә ғаризаһы уҙған йылдың ноябрь айында бирелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1240940-v-parizhe-prezentuyut-naskalnuyu-zhivopis-shulgan-tasha-i-pervyy-v-rossii-geopark-yangan-tau/
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика