12:39 (UTC+5), 15 Ноября 2018

Радий Хәбиров: Үзбәкстан - Башҡортостандың күптәнге партнёрҙарының береһе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Башҡортостан-Үзбәкстан мөнәсәбәттәре бөтә йүнәлештәр буйынса тиерлек үҫешә. Беҙҙең мәҙәниәтебеҙ, телдәребеҙ, рухи тамырҙарыбыҙ уртаҡ. Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләне.
«Кисә Өфөлә уҙған саралар («Үзбәкстанға сәйәхәт ит!» проекты сиктәрендә мәҙәни-рекреацион мөмкинлектәр, гастрономик, эко- һәм тау саңғыһы туризмы менән таныштырыу) Үзбәкстанды тағы ла яҡынданыраҡ белергә, бик күп билдәһеҙ факттарҙы асырға мөмкинлек бирҙе», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан үҙ-ара туристик ағымды үҫтереү менән ҡыҙыҡһына, ә «TERRA BASHKIRIA» бренды республикабыҙҙан ситтә танылыу яулай бара. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше 65 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән. Өҫтәүенә унда 85 процент — Башҡортостан тауарҙары экспорты. Үзбәкстан Башҡортостандың сауҙа партнерҙары — 124 ил араһында — 15-се, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында бишенсе урында тора. «Өфө — Ташкент» тура авиамаршруты асылған», — тип һөйләнеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Әлбиттә, тауар әйләнешен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр бар икәнен аңлайбыҙ. Үзбәкстан партнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһына әҙербеҙ. Республикалағы байтаҡ предприятиелар һеҙҙең илгә сифатлы продукция оҙатырға әҙер», — тине Радий Хәбиров.
Үзбәкстан илсеһе Ботиржон Асадов Рәсәй Президентының уларҙың иленә сәфәре барышында мәғариф һәм төбәк-ара форумдар уҙғарылыуын билдәләне. Ике дәүләт төбәктәре форумы барышында ҡул ҡуйылған килешеүҙәр пакеты 2 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итә. Улар — инвестиция килешеүҙәре, сауҙа, экспорт, импорт, үҙ-ара тауарҙар менән тәьмин итеү.
Үзбәкстан шулай уҡ республиканың аграр һәм медицина университеттары менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда бөтәһе 230-ға яҡын Үзбәкстан студенты белем ала, уларҙың 54-е — Башҡорт дәүләт медицина университетында.
1 из 5
http://www.bashinform.ru/news/1238850-radiy-khabirov-uzbekistan-odin-iz-davnikh-partnyerov-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика