10:57 (UTC+5), 13 Ноября 2018

Башҡортостандың Ғафури районында – яңы етәксе

ӨФӨ, 2018 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Фәнзил Сыңғыҙов Ғафури районы башлығы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, ә унан алда 2001 йылдан Ҡырмыҫҡалы районына етәкселек итте.
Ғафури районының әлеге башлығы Рәмил Бохаров отставкаға китте.
Белешмә. Фәнзил Сыңғыҙов 1969 йылдың 21 майында Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылында тыуған. «Тарих» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Ҡырмыҫҡалы районында З.Вәлиди исемендәге крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы рәйесенең коммерция буйынса урынбаҫары булып башлай.
1994 – 1997 йылдарҙа – Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн урта дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, директоры.
1997 – 1999 йылдарҙа – Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.
1999 – 2009 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы.
2009 – 2011 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире урынбаҫары, мәҙәниәт, спорт, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр эштәре һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр бүлеге мөдире, гуманитар өлкәне үҫтереү, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге мөдире.
2011 – 2018 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы.
2018 йылда Фәнзил Сыңғыҙов бер ай самаһы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын биләне.
http://www.bashinform.ru/news/1237533-v-bashkirii-naznachili-novogo-rukovoditelya-gafuriyskogo-rayona/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика