11:28 (UTC+5), 12 Ноябрь 2018

Радий Хәбиров Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырырға ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәре хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын йөкләмәгә ярашлы арттырырға кәрәк, тип белдерҙе Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. Бынан алдағы ултырышта төбәк етәксеһе граждандарҙың Күп функциялы үҙәктәрҙең эшенә ялыуҙар буйынса мәсьәләне күтәрҙе. Халыҡҡа бик оҙаҡ көтөргә тура килә.Тикшереү күрһәтеүенсә, Ишембайҙа, мәҫәлән, көтөү ваҡыты уртаса 97 минут, Ҡырғыҙ-Миәкәлә — 71, Иглиндә — 67, Иҫке Собханғолда — 54, Благовещенда 46 минут тәшкил иткән. Республика буйынса кешеләр сираты еткәнен уртаса 29 минут көтә, ә норматив 15 минут булырға тейеш.
Проблеманың төп сәбәбе — кадрҙарҙың етмәүе һәм йыш алмашыныуы. Әйтәйек, Ишембай районы хакимиәте башлығы Марс Ғайсин һүҙҙәренсә, урындағы Күп функциялы үҙәккә 40% хеҙмәткәрҙәр етешмәй. Ағымдағы йылда 17 хеҙмәткәр эшкә алынған, йөкләмәнең юғары һәм эш хаҡының аҙ булыуы (уртаса 16,6 мең һум) сәбәпле 14-е эшен ҡалдырған. Ә район буйынса уртаса эш хаҡы — 30 мең һум.
Күп функциялы үҙәк темаһы өсөн яуаплы премьер-министр Илшат Тажетдинов хәбәр итеүенсә, хөкүмәттең үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эшенә түләүҙең яңы системаһын индереү тураһында ҡарар проекты әҙерләнгән. Ул мотивацияға нигеҙләнгән: хеҙмәт хаҡы башҡарылған эштең күләменә һәм сифатына бәйле була.
Күп функциялы үҙәк сифатлы эшләһен өсөн ведомство-ара электрон үҙ-ара эш итеүгә күсеү буйынса күләмле эш башҡарырға кәрәк, тип билдәләне ул. Яңы айырым бүлектәр асыуға килгәндә, уларҙың эше өсөн юғары тиҙлекле интернет кәрәк, республиканың барлыҡ мөйөштәрендә лә бындай мөмкинлек юҡ.
Күп функциялы үҙәктең эшен сираттағы тикшереү 2019 йылдың 28 ғинуарына билдәләнгән. «Был республика структураһы булыуға ҡарамаҫтан, биләмәгеҙҙә барған хәлдәр өсөн тәү сиратта һеҙҙән һорайым, шунан ғына хөкүмәт ағзаларынан», — тип мөрәжәғәт итте төбәк етәксеһе муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына.
Башҡортостанда Күп функциялы үҙәктең 74 офисы һәм 475 территориаль айырымланған структур бүлексәһе эшләй, тәҙрәләрҙең дөйөм һаны — 1273. Төбәк халҡының 99 % «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса хеҙмәттәр алыу мөмкинлегенә эйә. 2018 йылда Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең социаль ярҙам сараларын күрһәтеү тураһында белешмәләр буйынса функцияларының бер өлөшө Күп функциялы үҙәккә тапшырылды.
http://www.bashinform.ru/news/1237255-radiy-khabirov-rasporyadilsya-podnyat-zarplatu-rabotnikam-mfts-
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика