13:00 (UTC+5), 09 Ноябрь 2018

Радий Хәбиров «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексының эшен һынап ҡараны

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе «Хәүефһеҙ ҡала» аппарат-программа комплексының йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сегменттары эше менән танышты.
Әйтәйек, баш ҡалала халыҡ күп йөрөгән урындарҙа 300-ҙән ашыу видеокүҙәтеү камераһы ҡуйылған. Уларҙан алынған мәғлүмәт эшкәртелә һәм артабан мәғлүмәт-диспетчер үҙәге серверҙарында һаҡлана. Ҡалалағы дөйөм белем биреү учреждениеларының тышҡы күҙәтеү камералары ла ошо уҡ системаға тоташтырылған.
Радий Хәбиров үҙәк белгестәре менән бергә системаның эшен һынап ҡараны һәм уны яңыртырға, артабан үҫтерергә кәрәклеген билдәләне. Атап әйткәндә, ҡорамалды һәм программа тәьминәтен яңыртыу талап ителә.
Мәғлүмәт-диспетчер үҙәгендә берҙәм 112 номеры буйынса оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу системаһы ла эшләй, экологик хәлде, гидрологик хәүефтәрҙе күҙәтеү ойошторолған, ГЛОНАСС нигеҙендә транспорт менән идара итеү мониторингы системаһы индерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1236073-radiy-khabirov-protestiroval-rabotu-apparatno-programmnogo-kompleksa-bezopasnyy-gorod/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика