03:30 (UTC+5), 09 Ноября 2018

Радий Хәбиров Өфөлә социаль объекттарҙы төҙөп бөтөүҙе һәм торналар фонтанын тергеҙеүҙе талап итте

Тимур Шәрипҡолов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Радий Хәбиров Өфөлә оҙаҡ төҙөлгән социаль объекттарҙы тамамлауҙы һәм ҡаланы тәртипкә килтереүҙе талап итте. Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡатнашты. Ул баш ҡалала «ташландыҡ хәлгә килгән меңләгән объект» табырға мөмкин тип билдәләне һәм ҡаланың элекке визит карточкаһы булған Ҡала мәҙәниәт һарайындағы емерелгән күренекле «Бейеүсе торналар» фонтанының тарихын хәтергә төшөрҙө. Хәҙер фонтан урынында ресторанға өс ҡатлы бина төҙөлгән.
Өфөлә күптән булмаған кешенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, төбәк етәксеһе ҡаланы төҙөкләндереүҙә булған асыҡтан-асыҡ дисбалансты билдәләне. «Матур урындар бар – ундайҙар бер ҡайҙа ла юҡ. Ҡайҙалыр аҡса һалынған, ә ҡайҙалыр – йәмһеҙлек. Планлы рәүештә хәлде төҙәтергә кәрәк», — тип тәҡдим итте республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Шулай уҡ ул Амантай урамындағы поликлиника тарихы менән таныш булыуын хәбәр итте. Поликлиниканың төҙөлөүенә биш йыл тиерлек, әммә әле һаман файҙаланыуға тапшырылмаған.
«Беҙ 200 йыл йәшәмәйбеҙ, ғүмеребеҙҙең һәр йылы ҡәҙерле. Яҡын-тирәләге дауаханаға барыу мөмкинлегенән мәхрүм итеп, күпме халыҡтың асыуын килтерҙегеҙ. Шунда уҡ, Өфө районында, Авдонда туғыҙ йыл буйына төҙөлөп бөтмәгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы урынлашҡан. Хәҙер бер кемде лә ғәйепләмәйем, әммә ошо мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе талап итәсәкмен. Теләк булһа – ғәҙәти булмаған ҡарар табырға мөмкин».
Төбәк етәксеһе ҡалаға Амантай урамындағы поликлиниканы сафҡа индерергә рөхсәт алыу һәм Өфө күперҙәрен ремонтлау менән ярҙам итергә вәғәҙәләне. «Өс күпер ҙә ҡатмарлы техник торошта. Бының менән шөғөлләнергә кәрәк һәм аҡса менән ярҙам итергә ҡарар ҡабул итербеҙ. Артабанғы юл төҙөлөшө менән дә ярҙам итербеҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1235950-radiy-khabirov-potreboval-dostroit-sotsialnye-obekty-v-ufe/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика