12:55 (UTC+5), 08 Ноября 2018

Өфөләрҙе ҡаланы үҫтереү стратегияһын булдырыуҙа ҡатнашырға саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Стратегия 2030»-ҙы ҡабул иткәндә өфөләрҙең фекере лә иҫәпкә алына. Ҡала Советында хәбәр итеүҙәренсә, 2030 йылға тиклем Өфөнө социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығарыла. Документта биш блок: анализ, стратегик кәүҙәләнеш, өҫтөнлөклө йүнәлештәр, проекттар һәм 2030 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш прогнозы, Стратегияны тормошҡа ашырыуға идара итеүҙең ойоштороу-иҡтисади механизмы.
Тәҡдимдәрҙе яҙма рәүештә 22 ноябргә ҡәҙәр gorsovet@ufacity.info почтаһына ебәрергә мөмкин. Һәр кем шаршамбы, 28 ноябрҙә, сәғәт 4-тә Ҡала мәҙәниәт һарайында асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнаша ала.
Сығыш яһарға теләгәндәр ҙә сығыштарының тексын ебәрергә һәм паспорт күсермәләре менән үҙҙәренең шәхесен раҫларға тейеш.
Стратегия ҡала халҡына 10-15 йылдан уларҙың, балаларының һәм ейәндәренең ниндәй шарттарҙа йәшәйәсәге, ә бизнесҡа нисек план төҙөргә, инвестиция һалырға, үҫешергә икәнлеге хаҡында төшөнсә бирергә бурыслы.
2018 йылдың йәйендә Өфөлә уҙғарылған социологик тикшереү барышында төрлө йәштәге 1800 кеше үҙенең фекерен белдергән. Улар төп проблемалар иҫәбендә халыҡтың йәшәү сифатының һәм килеменең түбән булыуын, эш урындарының юҡлығын һәм эшһеҙлекте, торлаҡтың ҡиммәтлеген, торлаҡ-коммуналь һәм медицина хеҙмәттәре сифатының түбәнлеген, транспорт инфраструктураһы торошо менән ҡәнәғәт булмауын атаған. Һорауҙарға яуап биргән өфөләрҙең 79,6% — автомобиль юлдарының сифаты, 71,8% — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең тарифтары, 63,2% — һыуҙың сифаты һәм 57,4% ҡалалағы экологик хәл менән ҡәнәғәт түгел. Халыҡтың 18% ғына транспорт хеҙмәтләндереүе менән ҡәнәғәт. Өфөлә йәшәүселәр фекеренсә, улар сәнәғәтте үҫтереү һәм яңы эш урындары, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, социаль инфраструктура объекттары төҙөү, инвестициялар йәлеп итеү өсөн шарттар тыуҙырыу һәм туризмды үҫтереү ҡала үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тип иҫәпләй.
Ләкин ҡаланың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә респонденттарҙың 33,6% ғына ҡатнашырға әҙер, 26% әгәр был уларҙың үҙҙәренә һәм ғаиләһенә ҡағылған осраҡта ғына ярҙам итергә теләк белдергән.
http://www.bashinform.ru/news/1235772-ufimtsev-priglashayut-prinyat-uchastie-v-razvitii-strategii-2030/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика