06:00 (UTC+5), 08 Ноября 2018

«Башкиравтодор»ға яңы генераль директор тәғәйенләнде

БР Транспорт буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтендә яңы генераль директор тәғәйенләнде, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитеты. Ул – компания етәксеһенең беренсе урынбаҫары булып эшләгән Андрей Пролипото. Быға тиклем бер нисә срок дауамында йыл самаһы генераль директоры вазифаһын Артур Шәйнуров (Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы элекке тулы хоҡуҡлы вәкиле һәм вице-премьер), Фоат Хәлитов (Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы менән етәкселек итте), Рим Ғиләжетдинов (Башҡортостандың Транспорт буйынса дәүләт комитеты чиновнигы) башҡарҙы.
«Башкиравтодор» - республиканың юл хужалығы өлкәһендә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт министрлығына ҡараған ҙур компания. Предприятие ҙур финанс ҡыйынлыҡтар кисерә, уның банк алдында ҙур бурысы бар.
Пролипото Андрей Сергеевич 1974 йылдың 16 июлендә Башҡортостандың Шишмә ҡасабаһында тыуған. 1994 йылда «Автомобилдәрҙе һәм двигателдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау» һөнәре буйынса Өфө автотранспорт колледжын тамамлаған.
2011 йылда, «Автомобиль юлдары һәм аэродромдар» һөнәре буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, инженер квалификацияһын алған.
1994-2006 йылдарҙа «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһының Шишмә юл ремонт төҙөлөш идаралығының юл мастеры булып эшләгән.
2006-2009 йылдарҙа – «Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһының Шишмә юл ремонт төҙөлөш идаралығының участка мастеры.
2009-2014 йылдарҙа – «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө юл ремонт төҙөлөш идаралығы етәксеһе.
2014-2016 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһының сифат контроле һәм эштәрҙе ҡабул итеү бүлеге етәксеһе.
2016-2017 йылдарҙа – «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары.
2017-2018 йылдарҙа – «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары.
http://www.bashinform.ru/news/1235279-v-bashkiravtodore-naznachen-novyy-gendirektor/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика