08:51 (UTC+5), 07 Ноября 2018

Радий Хәбиров олимпиада еңеүселәренә һәм уларҙың уҡытыусыларына Башҡортостан Башлығы премиялары тураһында указ сығарҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен, призерҙарын, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тейешле указға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 2018 йылдан «уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаһы (конкурсы) еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырыла».
Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙы әҙерләгән педагогтар өсөн премия күләме һәр береһенә 60 мең һум тәшкил итә. Призерҙарға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 30 мең һум тапшырыла.
Олимпиадалар мәғариф өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары бойороҡтары менән раҫланған олимпиадалар исемлектәренә инергә тейеш.
«Бер нисә олимпиада еңеүселәренә һәм (йәки) призерҙарына премия һәр ҡаҙаныш өсөн айырым түләнә», тип билдәләнә указда.
Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостанда 1,3 меңдән ашыу дөйөм белем биреү мәктәбе һәм 468 мең уҡыусы иҫәпләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1235043-radiy-khabirov-izdal-ukaz-o-premiyakh-glavy-bashkortostana-pobeditelyam-olimpiad-i-ikh-uchitelyam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика