08:00 (UTC+5), 02 Ноября 2018

Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары вазифаһын ҡалдыра

msu-rb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм архитектура мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫары Артур Хромец үҙ теләге буйынса эшенән китте. Был хаҡта «Коммерсант- Өфө» хәбәр итә. Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, 45 йәшлек элекке чиновник Мәскәүгә ҙур корпорацияға эшкә күсергә йыйына.
Артур Хромец Стәрлетамаҡта тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтын, Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын тамамлай. Карьераһын Башҡортостан Эске эштәр министрлығы тәштишсеһе булып башлай, Һалым енәйәттәре буйынса федераль хеҙмәт идаралығының тәүләп һорау алыу бүлеген етәкләй, Наркоконтролдә тәфтишсе булып эшләй, һуңынан — «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хәүефһеҙлек бүлегендә әйҙәүсе белгес, генераль директорҙың хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары. 2017 йылдың декабренән вице-мэр булып эшләне.
http://www.bashinform.ru/news/1233289-zamglavy-administratsii-ufy-po-stroitelstvu-pokidaet-svoy-post/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика