Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Ноябрь 2018, 18:03

Радий Хәбиров: «Беҙ халыҡҡа асыҡ булырға тейешбеҙ»

glavarb.ru
glavarb.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн республикала муниципалитеттарҙы үҫтереүгә арналған семинар-кәңәшмәлә Рәсәй Президентының май Указын тормошҡа ашырыу, урындағы бюджеттарҙың килем ҡеүәтен арттырыу, биләмәләрҙең социаль инфраструктураһын үҫтереү, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу темалары ҡаралды. Унда Башҡортостандың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары, Хөкүмәт ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, саҡырылған эксперттар ҡатнашты, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.
«Беҙ кешеләрҙең партнёрҙары булырға тейешбеҙ. Беҙ халыҡҡа асыҡ булырға һәм уларҙы ишетергә тейешбеҙ. Үҙемдең эшемдә һеҙгә таянам. Көслө етәкселәр – көслө республика. Шуға күрә өҫтөнлөктәребеҙ бер төрлө булһын ине. Беҙҙең осрашыуыбыҙ — ул бер-беребеҙҙе аңлауға һәм берлектә һөҙөмтәле эш башҡарыуға ынтылыш», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, семинар-кәңәшмәне асып.
http://www.bashinform.ru/news/1232950-radiy-khabirov-my-dolzhny-byt-predelno-otkryty-lyudyam/
Читайте нас: