18:00 (UTC+5), 30 Октября 2018

Роман Ребров Башҡортостан Республикаһы Башлығының эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы менән Роман Ребров Башҡортостан Башлығының эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ошо вазифаны 2017 йылдың октябренән Ринат Шәғәлин биләне.
Белешмә: Ребров Роман Сергеевич 1981 йылдың 9 ғинуарында Владивостокта тыуған. Рәсәй тимер юл ғәскәрҙәренең хәрби-транспорт университетын, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған. 1998-2005 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән. 2005-2012 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең төп һәм баш белгесе, бүлек етәксеһе, Эштәр идарасыһы. 2013 йылдан – Ҡалмыҡ Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Даими вәкиле урынбаҫары. 2017-2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы хакимиәтенең эштәр идаралығы етәксеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1231893-upravlyayushchim-delami-glavy-respubliki-bashkortostan-naznachen-roman-rebrov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика