06:00 (UTC+5), 30 Октября 2018

Радий Хәбиров Владимир Жириновский менән осрашты

glavarb.ru
Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Радий Хәбировҡа федераль кимәлдәге эш тәжрибәһе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы вазифаһында кәрәк була. ЛДПР лидеры Владимир Жириновский төбәк етәксеһе менән осрашыу ваҡытында шулай тип фекерен белдерҙе. «Республиканы етәкләүегеҙгә шатбыҙ. Һеҙҙе Мәскәүҙә эшләүегеҙ, парламентҡа, сәйәси партияларға, демократик процестарға ҡарата иң изгелекле мөнәсәбәттә булыуығыҙ, федераль кимәлдә ҙур саралар ойоштора белеүегеҙ буйынса яҡшы беләбеҙ. Федераль кимәлдә туплаған тәжрибәгеҙ Һеҙгә бында кәрәк була», — тип билдәләне Владимир Жириновский.
Республикала закондар сығарыусы власть органдарында партия киң күрһәтелгән тип айырып әйтте Радий Хәбиров. Дәүләт Йыйылышында ЛДПР фракцияһы ойошторолған, уға ете депутат инә. Урындағы үҙидараға партияның 139 вәкиле һайланған.
«Иртәгә парламентҡа балансланған, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән бюджет проектын индерәбеҙ. Күп йылдар эсендә тәүгә социаль инфраструктураға ҙур аҡса һалдыҡ. Фракция беҙҙе хуплар тип ышанам», — тине республика етәксеһе.
Осрашыу барышында төбәктә партия төҙөлөшө, социаль-иҡтисади хәл, спорт, туризм үҫеше, мәҙәни мираҫҡа булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.
http://www.bashinform.ru/news/1231506-radiy-khabirov-vstretilsya-s-vladimirom-zhirinovskim/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика